Среда
2024-05-15
6:07 PM
Приветствую Вас Гость
RSS
   
Сайт учителя географии 
Абдрахмановой Анисы
Главная Регистрация Вход
Разработки »
Здравствуйте! Я рада приветствовать Вас на страницах своего сайта! Хочу, чтобы мои творческие работы Вам понравились. Жду от Вас комментариев и отзывов.
Меню сайта

Категории раздела
6 класс [11]
7 класс [1]
8 класс [1]
9 класс [1]

Мини-чат

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 47

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » Файлы » 6 класс

“ШАҒИРӘ ӨЛӘСӘЙЕМ”
2015-02-23, 7:36 AM

Юлыҡ урта мәктәбе

 

 

 

        

 “ШАҒИРӘ ӨЛӘСӘЙЕМ”

темаһына

ғилми тикшеренеү эше

                            Эшләне:  IV класс уҡыусыһы  

                                    (VIII mөрҙәге коррекцион мәктәп)              

                                     МАСКОВ БАТЫР

                                     Ғилми етәксеһе:   

                                     Абдрахманова Әнисә

                                      Йәғәфәр ҡыҙы

 

 

 

 

2014-2015 уҡыу йылы

“ШАҒИРӘ ӨЛӘСӘЙЕМ”

 Ғ И Л М И   Т И К Ш Е Р Е Н Е Ү   Э Ш Е

Ғилми етәксеһе Абдрахманова Әнисә Йәғәфәр ҡыҙы

 

                                   “Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,

                                     Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.”

                                                                                 Рәми Ғәрипов

 

    

        Минең исемем Масков Батыр.

Минең тикшеренеү эшемдең темаһы “Шағирә өләсәйем”  Мин уны бик яҡшы хәтерләйем, яратып иҫкә алам. Бына бер нисә       йыл инде ул беҙҙең арала юҡ. Уның тормош юлын өйрәнеп уҡыусыларҙы, кешеләрҙе матур шиғырҙары, һоҡланғыс тормош юлы менән таныштырға теләйем.

     Проблема: “Шағирә өләсәйең тураһында беләһеңме, тип һораһалар, нисек яуап бирермен?”

     Минең проектымдың маҡсаты: өләсәйемдең тормош юлын өйрәнеү.

     Проект өҫтөндә эшләү этаптары:

  • әҙерлек эштәре алып барыу;
  • мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү;
  • планды эҙмә-эшлекле башҡарыу;
  •      -  проектты яҡларға әҙерләнеү;
  • проектты презентациялау;

    - рефлексия үҙемдең тьәҫорат-тарым менән уртаҡлашыу, эшемә анализ эшләү һәм баһа биреү).

   Проекттың көтөлгән һөҙөмтәһе:

  Үҙемдең яратҡан ғаиләмә, уҡыусыларға, иптәштәремә өләсәйемдең тормош юлы тураһында белгәндәремде күрһәтеү, һөйләү.

  Минең эшләгә презентациям яҡындарыма бүләк булыр тип уйлайым.

 

     Минең өләсәйем Маскова Хәшиә Ғәҙелша ҡыҙы 1923 йылда Ғафури районы Юлыҡ ауылында донъяға килгән.

Уның яҙмышын бер китап итеп яҙырлыҡ, йә иһә фәһемле, ғибрәтле нәфис фильм төшөрөрлек.

Көслө ихтыярлы, юғары рухлы булғаны өсөн уны дуҫтары Әбей батша тип йөрөткән элек.

Ғүмер тауының иң үренә менгәнсе, өләсәйгә бик күп йыҙалар күрергә, йән йәрәхәттәре алырға тура килә.

Ләкин сәме, ғәме, намыҫы уға һәр саҡ юлдаш була.

“Мин бирешмәҫкә тейеш!” тигән һүҙҙәрҙе тормош маяғы итеп, яҙмышының бормалы-бормалы һуҡмаҡтарын үткән Хәшиә  өләсәйем  ауылының ғына түгел, райондың да ихтирамлы, ҙур хөрмәткә лайыҡ кешеһе булды.

 

Өләсәйемдең өләсәһен 15 йәшендә генә 60 йәшлек ҡартатаһына кейәүгә биргәндәр. Ҡартатаһы бик бай булған.

    Уларҙың улдары Ғәҙелша бәләкәйҙән уҡырға зирәк булған, русса ла белем алырға теләгән. Үҙ һүҙле атаһы үҫмер сағында атаһының өс сана бесәнен һатҡан да, еҙнәһенә генә әйтеп, уҡырға сығып киткән.

Зәки Вәлиди менән бергә уҡыған. Армияла офицер булып хеҙмәт иткән. Бик уҡымышлы кеше ине ул. Ауыл советында эшләне.

    Өләсәйемдең атаһын 1931йылда кулак ярҙамсыһы тип кулға алалар һәм  Еҙем аша паромдан сыҡҡан саҡта:

         “Бер ҡараным артҡа ҡайырылып,

         Ҡарамаҫ та инем ҡайырылып,

         Балаларым ҡалды айырылы”, - тип йырлаған.

    Ошо йыры мәңгелеккә уйылып ҡалды хәтеремдә”- тип Өфө ҡалаһында тар  ғына камераға Ғәҙелша атаһын  япҡандар. Тубыҡтан – һыу, ян-яғы сөй ҡағылған стена булған. Ултыра ла, терәлә лә алмаған. Һыу эсендә тәүлек буйы шулай тотҡандар. Иртән башҡа тотҡондар янына сафҡа теҙергә ишекте асып, “Хәсәнов, сыҡ!” тиһәләр, атайымдың һушһыҙ кәүҙәһе ауған...”

     Келәттәрен, булған ғына мал-тыуарҙарын һаталар. Хәшиә әсәһе, сәсәк ауырыуынан һуң һуҡыр ҡалған Ҡазыхан ағаһы һәм Камил ҡустыһы менән урамда ҡала. Аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәктәрҙе өҙә.

      Һигеҙ йәшенән дүрт йыл буйы өләсәйем кешелә бала ҡараусы булып эшләй. Иртүк мәктәпкә китә. Йүгереп ҡайта ла, балаларҙы тәрбиәләй: ашата, йыуындыра, керҙәрен йыуа, өйҙө йыштыра, һыуға бара.

   Күрше-тирәлә йәшәгән тиҫтерҙәре ҡыҙҙы, кулак балаһы, тип түбәнһетеп маташып та ҡарағандар. “Мин кемдән кәм? Үҙемде үҙем яҡламаһам, кем мине яҡлар? Бирешмәҫкә!” тигән уйҙар менән ул ҡыйынлыктарҙы еңә.                                                                                                            Артабан өләсәем 8 саҡырым алыҫлыҡтағы Ҡауарҙы мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Тик “4” һәм  “5” билдәләренә  генә өлгәшә ул. Мәктәптә уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Оҙон-оҙон декламацияларҙы, шиғырҙарҙы яттан һөйләй.

     Шулай тынысланып  ҡына йәшәй башлағанда, йөрәк әрнеткес хәбәр тарала.

 Һуғыш башланған!

   Һуғыш йылдарынада бухгалтер ҙа, клуб мөдире лә булып эшләй.

Хәшиә ауылдаштары менән спектаклдәр ҡуя. Үҙе төп ролдәрҙе  башҡара.

    1945 йылдың апрель аҙағында ауылға яраланған һалдат ҡайтып төшә. Ул үҫмер сағынан Себергә вербовать ителгән, аҙаҡ һуғыштың тәүге көндәренән яуға алынған Латип Масков була. Йәштәр 1945 йылдың  1 майында яҙылышып, ғаилә ҡора. Ләкин бер аҙнанан Латипты кире фронтҡа ебәрәләр. Ул китеү менән Бөйөк Еңеүҙе иғлан итәләр.

    “Ирем Германияла бер аҙ хеҙмәт иткәс, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Уның мылтығын, минең пальтоны, танамды һатып, иҫке генә өй    һатып алдыҡ. Алты бала ҡарап үҫтерҙек”, -тигән өләсәйем.Балаларҙың исемдәре: Миңнияр, Салауат, Азамат, Урал, Рәзифә, Шәүрә.

     Хәшиә өләсәйем  менән Латип олатайым 1966 йылда йортйорт һалып инә. Латип олатайыма  яуҙан алған яралары тынғылыҡ бирмәне. Яңы йортта 9 йыл гына йәшәп ҡалған.

     Ирен ерләү ҡайғыһынан арынып Ейәнсәре Әлфиә өлгөрмәй, мең ғазапҡа һалып, аварияға эләгеп, ҡыҙы 32 йәшендә   һәләк була. беренсе синыфта ғына уҡыған булған, өләсәйем үҙе тәрбиәләп үҫтерғән.

     1997 йылда 37 генә йәшендә улы Салауат та донъя ҡуйҙы.

Үҙ ғүмерендә әллә күпме ҡайғы-хәсрәт күргән өләсәйм кисерештәрен дәфтәр битенә теркәй.

       

     Атаһына оҡшап, шиғри күңелле ул. “Бәләкәй саҡта атайымдың ҡуйынына һырылып ҡына уның Ҡөрьән сүрәләрен яттан уҡығанын тыңларға ярата инем. Өлкәнәйгәс, шул саҡта ятлаған доғалар иҫкә төшә”, - тип мөнәжәттәр көйләү торғайны Хәшиә өләсәйем.

     Уның шиғырҙары район гәзите биттәрендә йыш баҫылып торҙо һәм ейәнсәре Әлфиә апайым ярҙамында китап баҫылып сыҡты.                   

Кулланылған әҙәбиәт:

1.Маскова Хәшиә. “ӘСӘ ТЕЛӘГЕ”. ГУП РБ РИК “Салават”, 2007.

2.Аҙна гәзите, 13 октябрь 2005 йыл №40.

 

Категория: 6 класс | Добавил: Аниса
Просмотров: 1322 | Загрузок: 0 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 5.0/5
Всего комментариев: 1
avatar
0
1 Аниса • 8:01 AM, 2015-02-23
Ученик 4 класса Батыр Масков никогда не был в школе, но он не оторван от мира, это очень жизнерадостный, общительный ученик.
avatar
Вход на сайт

Поиск

   Мои страницы
   в образовательных 
   порталах 
 
  • Информационно- образовательный портал Республики Башкортостан
  • Социальная сеть работников образования

  •   Полезные ссылки
      Министерство
     образования РБ

    Институт развития
     образования

     Отдел образования
     Гафурийского района

     Село Юлуково
    Сайт Давыдовой

    Сайт Исиргаковой

     
    Календарь

    Архив записей